Что такое findslide.org?

FindSlide.org - это сайт презентаций, докладов, шаблонов в формате PowerPoint.


Для правообладателей

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть 

Яндекс.Метрика

Презентация на тему М. Аҡмулла-яҡтылыҡ йырсыһы

Дәрестең маҡсаты: Шағирҙың тормош юлын, ижадын өйрәнеү;М. Аҡмулланың халыҡ тормошонда, әҙәбиәт тарихында тотҡан урынын билдәләү;уҡыусыларҙа Аҡмулла ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу; балаларҙы арҙаҡлы шәхестәр
Яҡтылыҡ йырсыһыМифтахетдин Аҡмулла Дәрестең маҡсаты: Шағирҙың тормош юлын, ижадын өйрәнеү;М. Аҡмулланың халыҡ тормошонда, әҙәбиәт тарихында Өйгә эште Яуаптар:1831 йылда Миәкә районы Туҡһанбай ауылында.Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов.Үҙ ауылында атаһынан.Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Исемен мәңгеләштереү Эпиграф: Башҡорттарым,         уҡыу кәрәк, уҡыу Һүҙлек эше: Илтифат ит – иғтибар ит, бел шәрәфәт - хөрмәт, почет “Шиһабетдин Үҙ аллы эш.Китап һүҙен боҙоп әйткән боҙоҡ мулла Белем, уҡыу тураһында мәҡәлдәр: Уҡыу-энә менән соҡор ҡаҙыу;Уҡыған- ташҡа ҡаҙаҡ Өйгә эш: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк..!” Баһалар: өйгә эш,дәрестә ҡатнашыу, төркөмдәрҙәге эш өсөн дөйөм ҡуйыла
Слайды презентации

Слайд 2 Дәрестең маҡсаты:
Шағирҙың тормош юлын, ижадын өйрәнеү;
М. Аҡмулланың

Дәрестең маҡсаты: Шағирҙың тормош юлын, ижадын өйрәнеү;М. Аҡмулланың халыҡ тормошонда, әҙәбиәт

халыҡ тормошонда, әҙәбиәт тарихында тотҡан урынын билдәләү;
уҡыусыларҙа Аҡмулла ижадына

ҡыҙыҡһыныу уятыу;
балаларҙы арҙаҡлы шәхестәр
өлгөһөндә тәрбиәләү.


Слайд 3 Өйгә эште

Өйгә эште

тикшереү

Һорауҙар:

1. М.Аҡмулла ҡайҙа һәм ҡасан тыуа?
2. Аҡмулланың ысын исем-шәрифе?
3. Башланғыс белемде ҡайҙа ала?
4. Шағир ниндәй мәҙрәсәләрҙә уҡый?
5. Тыуған йортонан ни сәбәпле сығып китә?
6. Үҙе менән нимәләр ала?
7. Белемен камллаштырыу өсөн ҡайҙарҙа эшләй?
8. Аҡмулла исемен кемдәр ни өсөн бирә?
9. Шағирҙың исеме нисек мәнгеләштерелә?
10. Аҡмулланы ниндәй шағир тибеҙ?



Слайд 4 Яуаптар:
1831 йылда Миәкә районы Туҡһанбай ауылында.
Мифтахетдин Камалетдин улы

Яуаптар:1831 йылда Миәкә районы Туҡһанбай ауылында.Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов.Үҙ ауылында атаһынан.Мәнәүезтамаҡ,

Камалетдинов.
Үҙ ауылында атаһынан.
Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Стәрлебаш,Ырымбур,Троицк мәҙрәсәләрендә
Үгәй әсәһе ҡыйырһыта.
Ат, арба,

китаптар, эш ҡоралдары.
Ҡаҙаҡ балаларын уҡыта, балта оҫта була.
Ҡаҙаҡтар, тура, ғәҙел һүҙле, аҡыллы булған өсөн.
1989 йылда Аҡмулла исемендәге премия булдырыла;
Өфөләге юғары уҡыу йортына исеме бирелә;
Халыҡ – ара “Аҡмулла уҡыуҙары”,
Республикала “Аҡмулла вариҫтары” бәйгеһе үткәрелә;
Туҡһанбайҙа йор-музейы асыла;
Өфөлә һәйкәл асыла һ.б.
10. Мәғрифәтсе шағир.


Слайд 5 Исемен мәңгеләштереү



Исемен мәңгеләштереү

Слайд 6

Эпиграф: Башҡорттарым,  уҡыу кәрәк,

Эпиграф:

Башҡорттарым,
уҡыу

кәрәк, уҡыу кәрәк!
М.Аҡмулла.

Слайд 7 Башҡорттарым,

Башҡорттарым,     уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Башҡорттарым, уҡыу

уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Арабыҙҙа

наҙандар күп, уҡыу һирәк. Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай, Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк

Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр, Яһиллектән килә ятыр ҙур афәттәр. Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр, Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.

Уҡығанға был донъяла жәләл булыр, Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр. Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң, Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр

Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай, Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай. Белемлелек — арыҫландан көслө батыр, Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.



Слайд 8 Һүҙлек эше:
Илтифат ит – иғтибар ит, бел

Һүҙлек эше: Илтифат ит – иғтибар ит, бел шәрәфәт - хөрмәт,

шәрәфәт - хөрмәт, почет
яһиллыҡ- аңһыҙлыҡ, наҙанлыҡ
Афәт – бәлә-ҡаза

Әүлиә – күрәҙәсе, тылсым эйәһе
Кирамәт -тылсым
жәләл –яҡты нур, йәм
харам – ярамаған әйбер
хәләл – рөхсәт ителгән


Слайд 9 “Шиһабетдин

“Шиһабетдин

Мәржәни мәрҫиәһе”

Ҡараңғыла фонарҙе ҡабыҙған ул,
Ҡайнар һөткә һары майҙы
тамыҙған ул.
Сәләмәтлек шишмәһенән юлдар
асып,
Хәҡиҡәт йылғаларын ағыҙған ул.


Слайд 10 Үҙ аллы эш.
Китап һүҙен боҙоп әйткән боҙоҡ мулла

Үҙ аллы эш.Китап һүҙен боҙоп әйткән боҙоҡ мулла

Булмайыҡ дүрт аяҡлы мал шикелле,
Өҫтөн сығыр унан да, бурлыҡ ҡылһа. Ҡыуарған япраҡһыҙ тал шикелле.
Аҡмулла күпте күреп һырғалаған, Баҡсалай, егет әҙәм күркәмләнә,
Һәр ерҙә наҙандарҙы ҡуҙғалаған. Ғилем менән һүҙ һөйләһә, бал шикелле
Аҙ ғына дәресем бар ҡыш ваҡытта,
Китап ҡарау-ғәҙәтебеҙ буш ваҡытта.
Беҙгә лә ғилем бите ябылған юҡ,
Аңлайбыҙ кәйеф килгән хуш ваҡытта
Тормошо башҡа илдәрҙең көн шикелле, Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,
Тормошо наҙан илдең төн шикелле. Камилдәр ҡатарына кергән яҡшы.
Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ. Мейегә һалып: Русса уҡып ҡына түгел белмәк,
Күренә ошо ере миң шикелле. Хәл  килһә, французса белгән яҡшы
 Һәр ҡайҙа хәлең харап, булһаң наҙан
Йоҡонан баш күтәрер зирәк әҙәм.
Башҡа йорт, ғилем эҙләп талпыныуҙа,
Һис юҡтыр ер йөҙөндә беҙҙән яман. 
Бер күреүҙә белмәҫһең ирҙең серен,
Мәғрифәт юлыңда һал күҙең ҡырын.
Күпме өгөт әйтһәң дә наҙанға һин, Егеттәр, хәбәрҙәр бул замананан,
Фекерләп, ысынға алмаҫ меңдән берен. Һыйырҙан артыҡ түгел наҙан әҙәм.
Ниңә беҙ хур булабыҙ башҡа йорттан –
Беҙ ҙә бит тыуып үҫтек ата-ананан.



Слайд 11

Төркөмдәрҙә эш


1 төркөм –фишбоун,
төркөм –
синквейн эшләй


Слайд 12 Белем, уҡыу тураһында мәҡәлдәр:

Уҡыу-энә менән

Белем, уҡыу тураһында мәҡәлдәр: Уҡыу-энә менән соҡор ҡаҙыу;Уҡыған- ташҡа ҡаҙаҡ

соҡор ҡаҙыу;
Уҡыған- ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан;
Китап –белем шишмәһе;
Көслө берҙе йығыр,

белемле меңде
йығыр;
Белеме барҙың ҡәҙере бар;
Йәш саҡта уҡыу-ташҡа яҙыу,
ҡартайғас уҡыу-боҙға яҙыу;

Слайд 13 Өйгә эш:
“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк..!”

Өйгә эш: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк..!”

шиғырын ятларға;
2. Ижади эш.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” шиғырын әҙәп, тәрбиә темаһына ярашлы үҙгәртергә.
3. Һәләтле уҡыусылар өсөн:
М.Аҡмулла ижады буйынса
киносценарий яҙырға.



  • Имя файла: prezentatsiya-m-aҡmulla-yaҡtylyҡ-yyrsyһy.pptx
  • Количество просмотров: 125
  • Количество скачиваний: 2