Что такое findslide.org?

FindSlide.org - это сайт презентаций, докладов, шаблонов в формате PowerPoint.


Для правообладателей

Обратная связь

Email: Нажмите что бы посмотреть 

Яндекс.Метрика

Презентация на тему Мостай Кәрим − Башҡортостандың Халыҡ шағиры

Мостай Кәрим1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш  ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се йылда Башҡорт дәүләт университетының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина
Мостай Кәрим − Башҡортостандың Халыҡ шағиры Мостай Кәрим1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш  ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се йылда Башҡорт Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе Социалистик Хеҙмәт геройы (1979)II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (2004  йылдың 9 Китаптары Халыҡ шағирының монументаль һәйкәленең авторы  Мәскәү скульпторы,  Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Мостай Кәримдең тормошо фотоларҙа ҠОШТАР ОСОРАМ Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам, Бар эшемдең сыҡтым Төҙөнө:  Торомтаева  Рәмилә Юлай ҡыҙы  материалдар интернеттан алынды
Слайды презентации

Слайд 2 Мостай Кәрим

1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш  ауылында

Мостай Кәрим1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш  ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се

крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 
1941-се йылда Башҡорт дәүләт университетының тел һәм әҙәбиәт факультетын

тамамлай. 
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.



Слайд 3 Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә

көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтып килгәс

ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә
1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай 
1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә
Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән
2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән


Слайд 4 Социалистик Хеҙмәт геройы (1979)
II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством»

Социалистик Хеҙмәт геройы (1979)II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (2004  йылдың

ордены (2004  йылдың 9 ноябре)
III дәрәжәләге «За заслуги перед

Отечеством» ордены (1995  йылдың 28 апреле)
2 Ленин ордены (1967, 1979)
I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985)
II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1955, 1962)
Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
Почёт билдәһе ордены (1949)
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе (1982)
БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1963)
Башҡортостандың Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1992)
1940 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы
Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М.А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия

Ҡаҙаныштары:


Слайд 5
Китаптары

Китаптары

Слайд 6 Халыҡ шағирының монументаль һәйкәленең авторы Мәскәү скульпторы, Рәсәйҙең

Халыҡ шағирының монументаль һәйкәленең авторы Мәскәү скульпторы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей

халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук
Һәйкәл әҙиптең исемен йөрөткән урамдан һәм

үҙе оҙаҡ йылдар йәшәгән, ижад иткән йорттан алыҫ түгел урында ҡуйылған. Уның бейеклеге - 6, оҙонлоғо 15 метр. Әҙиптең бронзанан ҡойолған һыны һыу ағып торған гранит нигеҙгә нығытылған. Артҡы фонда - ҡош ҡанаты рәүешендәге скульптура композицияһы. Композицияла шағирҙың үҙ ҡулдары менән яҙылған ҡулъяҙмалары һүрәтләнә. Һәйкәлдең горельефында уның әҫәрҙәрендә күтәрелгән мәңгелек темалар сағылыш таба: йөрәгенән ҡоштар осорған авторҙың күккә олғашҡан торналары, "Ай тотолған төндә"нән саф мөхәббәт символдары Аҡьегет менән Зөбәржәт, Башҡортостан ҡайындары, аттар өйөрө, "Ташлама утты, Прометей!", "Салауат", "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ" һәм башҡа әҫәрҙәре геройҙары.

Слайд 7 Мостай Кәримдең тормошо фотоларҙа



Мостай Кәримдең тормошо фотоларҙа

Слайд 16


ҠОШТАР ОСОРАМ Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам, Бар

ҠОШТАР ОСОРАМ Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам, Бар эшемдең сыҡтым

эшемдең сыҡтым осона. Шуға күрә бөгөн таңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам. Аҡлыҡ,

хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр! Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ: Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға Күтәрелде күккә ҡарағош. Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен Ел-дауылдар үтер торнаны. Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә –  Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын. Сығып осто ярһыу бер һандуғас, Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә. Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер, Яңы өмөт өҫтәп өмөткә. Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар! Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар. Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –  Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар. Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,  Бар эшемдең сыҡтым осона. Шуға күрә һәр көн таңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам. 1970

  • Имя файла: mostay-kәrim-−-bashҡortostandyң-halyҡ-shaғiry.pptx
  • Количество просмотров: 124
  • Количество скачиваний: 0